|
Балаларымдың белем кимәле, уларҙың төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы, үҙемдең уңыштарым - ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алғанмын. Балаларҙың һөйөүен тойоу тәрбиәсене ҡанатландыра. Мин тәрбиәләгән малай-ҡыҙҙар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. |