“Ҡурай” төркөмө 2018 йылдың апрель айынан алып хәҙерге көнгәсә бик әүҙем эшләп килә. Төркөмдә төрлө йәштәрҙәге 12 бала тәрбиәләнә. Төркөмдөң төп маҡсаты – балаларҙы милли рухта телһөйәр, илһөйәр итеп тәрбиәләү, халыҡ ижадын, йолаларҙы өйрәтеү. Беҙҙең алып барған тәрбиә алымдары кескәйҙәр өсөн бик әһәмиәтле. Ошо йүнәлештә эшләүебеҙ, киләсәктә кескәйҙәребеҙҙең яңы тормош баҫҡысына, йәғни, мәктәп тормошона аяҡ баҫыуҙарына тос өлөш индерә алыуыбыҙға ышанабыҙ.
Танып белеү һәм телмәр үҫтереү белем биреү өлкәләре
(Образовательные области «Познавательное развитие» и «Речевое развитие»)
Художестволы-эстетик белем биреү өлкәһе
(Образовательная область «Художественно-эстетическое развитие»)
Социаль-коммуникатив белем биреү өлкәһе
(Образовательная область «Социально-коммуникативное развитие»)
Физик үҫеш белем биреү өлкәһе
(Образовательная область «Физическое развитие»)